Баш ҡалаға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, хәрби һәм һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, шулай уҡ уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары, ижади фестивалдәр еңеүселәре, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙар, мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм етемдәр саҡырыла. Республика шыршы байрамында ҡатнашыусыларға өс көнлөк ял ойошторола, яңы йыл бүләктәре тапшырыла.






