Тәүлек эсендә республикала янғындан 5 кешенең ғүмере өҙөлгән

Үлемесле ут Дыуан, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында һәм Өфөлә сыҡҡан. Мәсәғүт ауылында өс фатирлы кирбес йорттағы фатирҙарҙың береһендә ир менән ҡатын янып үлгән. Уларҙың кәүҙәләре янғын һүндергәндә табыла.

Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында ҙур гараж эсендәге бина янған. Ут эсендә 41 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Күҙалланыуынса, янғындың мейес ҡуйғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолоуы сәбәпсе булыуы ихтимал.

Үлемесле янғындар шулай уҡ Өфөнөң Мәләүез урамы һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы шәхси торлаҡ йорттарҙа ла теркәлгән. Ике осраҡта ла янғын ҡорбандары бар. Ваҡиға сәбәптәрен оператив төркөм асыҡлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ