Өфөнөң яңы йыл майҙансыҡтарында һырғалаҡ ҡоролмаларҙың төҙөклөгө тикшерелде

Дәүләт техник күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөгөн Өфөнөң яңы йыл майҙансыҡтарында һырғалаҡ ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн тикшерҙе.

«Ҡашҡаҙан» паркында ағастан ике һырғалаҡ ҡорола. Эксперттар ҡоролманың параметрҙарын тикшерҙе. Балаларға тау шыуыу шатлыҡ хистәре тыуҙырһын өсөн уларҙың хәүефһеҙ булыуы мөһим. Рейд барышында ҡоролмаларҙың Дәүләт стандарты талаптарына яуап биреүе, ныҡлылығы иҫәпкә алына.

Конструкцияның ныҡлығын ҡарайбыҙ, запчастәр урынында булырға тейеш. Етешһеҙлектәр булһа , ғәҙәттә шунда уҡ бөтөрөлә.

Андрей Пермяков, Аттракциондар хәүефһеҙлеген күҙәтеү үҙәге хеҙмәткәре, Краснодар

Декабрь уртаһы етеүгә ҡарамаҫтан, быйыл әле яңы йыл майҙандары әҙер түгел. Майҙандарға боҙ килтерелгән, уларҙан әкиәт геройҙары эшләү өсөн яҡынса ун көн ваҡыт китәсәк, ти яуаплы ограндар.

Һырғалаҡ былтыр һатып алынды. Сифатлы тип баһалайбыҙ. Быйыл икенсе тапҡыр ғына ҡоролдо. Йәйгелеккә һүтеп алып дөрөҫ һаҡлау ҙа әһәмиәтле.

Василий Фролов, Өфөнөң Калинин районы төҙөкләндереү хеҙмәте идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ