Өфөлә юл инспекторҙары «Бурыслы» иҫкәртеү акцияһын уҙғарҙы

Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла. Өфөлә юл инспекторҙары суд приставтары, һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Бурыслы» иҫкәртеү акцияһын уҙғарҙы. Автоһәүәҫкәрҙәрҙе улар мәғлүмәт базаһы буйынса ҡарап, штраф-һалымдарҙы ваҡытында түләү мөһимлеге тураһында аңлатыу эше алып барҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 декабрҙә 2022 йыл өсөн милек һалымы түләү ваҡыты тамамланды.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыны туҡтатып, алдан һалынған штрафты түләмәгән булыуын асыҡлаһа, административ протокол төҙөй. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙары ихтимал.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ