Изгелек десанты Өфөлә. Бөтә Рәсәй пациент ойошмалары Республика медицина-генетика үҙәгендә «Бергә йәшәү өсөн» акцияһын уҙғарҙы. Сара бер көнлөк стационар форматында үтте. Федераль үҙәк белгестәре һирәк осрай торған сирҙәрҙән яфаланыусылар менән осрашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
6 йәшлек Владислав эсәк некрозы менән яфалана. Ябай һүҙ менән әйткәндә, малайҙың организмы ғәҙәти аҙыҡты үҙләштермәй, кәрәкле микроэлементтарҙы ул венаға препарат индереү юлы менән ала. Диагноз 2 йәшендә гистология анализдары ярҙамында ҡуйылған.
Ғарифуллиндар Өфөләге Республика медицина-генетика үҙәгендә ойошторолған «Бергә йәшәү өсөн» акцияһында ҡатнашты. Сара бер көнлөк стационар форматында ойошторолдо. Был һирәк осрай торған сир менән ауырыусы бәләкәй пациенттарға тикшеренеү үтеү һәм федераль клиникаларҙан килгән төрлө йүнәлештәге белгестәрҙән консультация алырға мөмкинлек бирә.
Ҡыҫҡа эсәк синдромы менән яфаланыусылар ғына түгел, башҡа һирәк осрай торған ауырыуҙар менән сирләүсе пациенттар исемлеге алып барыла. Улар менән Республика медицина-генетика үҙәге табиптары эшләй.
Үҙәк көнөнә 300-ҙән ашыу пациентты ҡабул итә, уларҙы дауалау өсөн 5 клиник бүлек эшләй.
«Изгелек десанты» проектының төп маҡсаты - пациент ойошмаларының, власть органдары вәкилдәренең һәм медицина белгестәренең тырышлығын берләштереү һәм асыҡ диалог форматында осрашыуҙар ойоштороу. Проект әлеге ваҡытта төрлө нозологиялар буйынса 10 пациент ойошмаһын берләштерә.
Акция сиктәрендә һирәк осрай торған сирле балаларҙың ата-әсәләре тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Пациенттар илдең иң яҡшы белгестрендә диспансер тикшереү үтте.
Әлфинә Килдейәрова



