Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан район һәм ҡалаларҙа төрлө саралар уҙғарыла. Өфөлә байрам Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Республика педагогтары “Остаз” конкурсының финалында ҡатнаша. Белем биреү усаҡтарында “Рәхмәтлемен – башҡорт теле уҡытыусыһына” исемле берҙәм дәрес ойошторола. “Мега” сауҙа үҙәгендә “Мин яратам һине, туған телем” тип аталған ҙур концерт була. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Мин башҡорт телен өйрәнәм” әкиәт премьераһы тәҡдим ителә. Уны бөгөн һәм иртәгә ҡарарға мөмкин. Иртәгә байрам саралары дауам итә. “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына йомғаҡ яһала.







