Хөкүмәттә шундай тәҡдим яңғыраны. Белорет районында “Ирәмәл” тәбиғәт паркы биләмәһендә геопарк булдырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Уны грант аҡсаһы, инвесторҙар һәм бағыусылар иҫәбенә финанслау ҡарала. Республика Башлығы Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға тәҡдимде ентекләп тикшерергә ҡушты. Әле Башҡортостанда “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары эшләп килә.







