Бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә Владимир Путин менән тура бәйләнеш үтә

Бөгөн илебеҙҙең баш ҡалаһында көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш үтә. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, быйыл ул тәүгә берләшкән матбуғат конференцияһы һәм тура линия форматында ойошторола. Президентҡа һорау бирәсәк федераль, төбәк һәм сит илдәр матбуғат саралары вәкилдәре махсус студияла урын аласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телеканалынан быйылғы сарала хеҙмәттәшебеҙ Артур Шәмсетдинов ҡатнаша.

Владимир Путин менән йыл йомғаҡтарын федераль телеканалдар, шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәре аша күҙәтергә мөмкин. Президентҡа һорауҙарҙы тура линия тамамланғансы социаль селтәрҙәр, шулай уҡ махсус ҡушымта һәм телефон аша бирергә була. Барлыҡ мәғлүмәт Москва-Путину. РФ порталында туплана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ