Мобилизацияның икенсе тулҡыны булмай

“Маҡсатыбыҙға ирешһәк, тыныслыҡ була”. Владимир Путин махсус хәрби операция тураһындағы һорауға шулай тип яуап бирҙе. “Беҙ Украинала денацификация, демилитаризация үткәреү, уның нейтраль статусы хаҡында һөйләштек. Бурыстар бөгөн дә үҙгәрмәй”, - тине ил башлығы.  Илдә мобилизацияның икенсе тулҡыны көтөләме? “Юҡ”, - тине Владимир Путин. “Беҙ кешеләрҙе үҙ теләктәре менән Ҡораллы көстәргә йәлеп итеү буйынса ҙур кампания башланыҡ. Бөгөнгә 486 мең кеше хәрби контарктҡа ҡул ҡуйған. Тыуған илде һаҡларға теләгән ир-егеттәр ағымы кәмемәй. Көн һайын 1 мең ярым кеше доброволецтар сафына баҫа”, - тине Рәсәй етәксеһе.

Мобилизацияның икенсе тулҡыны булмай

“Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһы матбуғат конференцияһын һәм тура бәйләнеште берләштерә. Эфирҙар ваҡытында президентҡа иң күп һорауҙар 2015 йылда ҡабул ителгән. Бөтәһе 3 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Аралашыу оҙонлоғо буйынса 2013 йылда рекорд ҡуйылған. Владимир Путин халыҡ һорауҙарына 4 сәғәт 47 минут дауамында яуап биргән.

Фото №1 - Мобилизацияның икенсе тулҡыны булмай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ