Владимир Путин йыл йомғаҡтарына арналған тура бәйләнеш үткәрҙе

Рәсәйҙә суверенитетты нығытыу - төп бурыстарҙың береһе. Был турала ил президенты Владимир Путин йыл йомғаҡтарына арналған Тура бәйләнеш барышында билдәләне. Дәүләт етәксеһе махсус хәрби операция, илдең иҡтисади ныҡлыҡ запасы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм башҡа һорау-мөрәжәғәттәргә аныҡлыҡ индерҙе. Тура бәйләнештә күтәрелгән төп темалар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Тура бәйләнеш барышында йыл йомғаҡтарын барлағанда, Рәсәй Президенты Владимир Путин мобилизацияның яңы тулҡынына ихтыяж юҡ тип белдерҙе. Дәүләт етәксеһе хәбәр итеүенсә, өлөшләтә мобилизациянан һуң Ҡораллы көстәргә 486 мең ир-егеттең контракт төҙөгән. Йыл аҙағына уларҙың иҫәбе ярты миллионға етәсәк. Махсус хәрби операция маҡсаттары үҙгәрмәй, уларҙы үтәү Донбасҡа тыныслыҡ килтерәсәк, - тине президент.

Владимир Путин ил халҡына махсус хәрби операцияла ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, «Ватан һаҡсылары» фондының эшен юғары баһаланы. Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙы яҡлау буйынса иң һөҙөмтәле ҡоралдарҙың береһенә әйләнергә тейеш. Ярты йыл эсендә генә Башҡортостандағы филиалға 14 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, уларҙың 13-е хәл ителгән. Мәсьәләләрҙең күбеһе ярҙам саралары билдәләү, хәрби бәрелештәр ветераны таныҡлығы алыу, юридик һәм медицина ярҙамына ҡағыла.

Быйыл президенттың дөйөм бер сараға берләштерелгән матбуғат конференцияһы менән тура линия дүрт сәғәт тә өс минут дауам итте, ошо ваҡыт эсендә Владимир Путин 80-дән ашыу һорау-мөрәжәғәткә яуап бирҙе. Сара барышында президент суверинитетты нығытыу - иң төп бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне. Уны һаҡларға кәрәк.

Социаль-иҡтисади өлкә лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Былтырғы менән сағыштырғанда, төп күрһәткестәр буйынса үҫеш күҙәтелә. Тышҡы дәүләт бурысы ла кәмегән.

Күләмле сарала Башҡортостандан өс журналист ҡатнашты. БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәтенән коллегабыҙ Артур Шәмсетдинов билдәләүенсә, президент менән осрашыуҙа ил халҡы өсөн көнүҙәк темалар күтәрелде.

Белгестәр фекеренсә, йыл йомғаҡтарын барлағанда - президенттың берләштерелгән форматта - тура бәйләнештә сығыш яһауы - һөҙөмтәле эш алымдарының береһе.

Владимир Путин ғаилә ипотекаһын дауам итеү мөһимлеген билдәләне, төбәк һәм муниципаль кимәлдә спортты үҫтереү иһә президенттың һайлау алды программаһына инәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ