Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышының дүртенсе ултырышы үтте

Көн тәртибенә 40-лап мәсьәлә ҡаралды. Депутаттар закон проекттарын тикшерҙе, урындарҙағы мирауай судъялар тәғәйенләнде. Ултырыштың төп темаһы Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияларының 30 йыллығы. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Рәсәй менән Башҡортостандың төп законы үҙ көсөнә инеүгә 30 йыл. Ил конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә, ә республиканыҡы 24 декабрҙә ҡабул ителә. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 4-се ултырышында Радий Хәбиров сығыш яһап Конституцияларҙың ҡатмарлы ваҡытта барлыҡҡа килеүен билдәләне. Илдең төп законын ҡабул итеү яңы иҡтисади ҡоролоштоң барлыҡҡа килеүенә табан мөһим аҙым була. Төбәк етәксеһе Республика парламентының ил кимәлендәге ҡануниәттәге урынын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан Конституцияһы республиканың Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә һәм Рәсәйҙең терәк субъекты булараҡ республика статусын нығыта. Башҡортостан Конституцияһын ҡабул итеү башында торған сәйәсмәндәр, был тәңгәлдә лайыҡлы хеҙмәт күрһәткәндәргә Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы.

Төбәктәрҙә эшләп килгән конституция судтары йыл башында бөтөрөлөп улар урынында советтар барлыҡҡа килде. Конституция советы халыҡтың төп ҡанундарҙы, үҙ хоҡуҡтарын белеүе мәнфәғәтендә эшләй.

Пленар ултырышта 2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона республика бюджеты тураһында закон ҡабул ителде. Киләһе йылға килем 291 милиард һум менән билдәләнде. Был быйылғы күрһәткестән 9 процентҡа күберәк. Алдағы йылдарҙа ла ҡаҙна социаль йүнәлешле буласаҡ.

Авария хәлендә тип танылған һәм һүтелергә йәки реконструкцияланырға тейешле йорттарҙан күсерелеүсе граждандарҙы яҡлау маҡсатында ер тураһындағы законға төҙәтмә индереү ҡаралды. Проект төбәктә авария хәлендәге торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирәсәк.

Депутаттар матди булмаған мәҙәни мираҫ тураһындағы законға үҙгәреш индереү проектын тикшерҙе.

7-се саҡырылыштың парламент ултырышы быйылға йомғаҡланды. Киләһе йылға бурыстар билдәләнгән, улар комитет ултырыштарында ҡарала.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ