Өфөлә «Белемле.ру» белешмә-мәғлүмәт порталы эш башланы

Республика Башлығы гранты ярҙамында ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары тарафынан тормошҡа ашырылған. Башҡорт теле көнөнә арналған саралар бөгөн мәғариф һәм ғилми учреждениеларҙа киң билдәләнде. Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейы уҡыусылары флешмоб үткәрһә, ә «Остаз» республика конкурсы финалында Уҡытыусы һәм остаз йылына йомғаҡ яһалды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Дәрескә әле ҡыңғырау бирелмәгән, ә лицей уҡыусылары ишек алдында уҡ башҡорт телен белеү буйынса тест үтергә тәҡдим итә. Дөрөҫ яуап ҡайтарыусыға татлы бүләк ҡаралған. Ул да инде һанаулы ваҡыт эсендә таратылып та бөттө. Уҡыусылар бар һорауҙарға ла хатаһыҙ яуап бирҙе.

Лицейҙа башҡорт телле балалар ғына уҡымай. Әммә барыһы ла республиканың икенсе дәүләт телен теләп өйрәнә. Уҡытыусылар ҙа ҡағиҙәләрҙе аңлайышлы, уйын формаһында аңлатырға тырыша. Һәм был алым һөҙөмтәле лә.

Башҡорт теле көнө - уҡыусылар өсөн генә түгел, уҡытыусыларға ла мөһим. Педагогтар уға үҙенсәлекле әҙерләнә, ижади проекттарҙан бигерәк, милли колоритҡа өҫтөнлөк бирелә.

Әйткәндәй, бөгөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында йәнә бер яңы проект эш башланы. «Белемле. ру» белешмә-мәғлүмәт порталы башҡорт теленең орфографияһын белеүгә йүнәлтелгән. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сара уҡыусылар, педагогтар өсөн дә кәрәкле сығанаҡ булып ҡала.

Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау менән шөғөлләнгән республикалағы берҙән-бер федераль учреждение бөгөн дә киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуя. Ҡайһы бер саралар планы бөгөн институттың киңәйтелгән Ғилми совет ултырышында ҡаралды.

Ошо маҡсатта институт ғалимдарының йыш ҡына экспедицияларға сығыуы ла осраҡлы түгел. Уның һөҙөмтәһе булып айырым йыйынтыҡтар, уҡыу әсбаптары нәшер ителә. Киләһе быуын әсә телен белһен, онотмаһын өсөн!

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ