Өфө фән һәм технологиялар университетында электр машиналары буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы асылды. Сара «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе башланғысы менән икенсегә ойошторолдо. Мәртәбәле осрашыуға партнер компаниялар вәкилдәре, күренекле ғалимдар, шулай уҡ башҡа алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре вәкилдәре саҡырылды.
Форум ҡунаҡтары өсөн университеттың ғилми лабораториялары һәм уҡыу аудиториялары, шул иҫәптән алдынғы инженер мәктәбе буйлап экскурсия үткәрелде. «Киләсәк моторҙары» мәктәбе етәкселеге индустриаль партнёрҙар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шуға ла был компания вәкилдәре конференция сиктәрендә ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашты. Бындай осрашыуҙар алдынғы инженерлыҡ мәктәбе уҡыусылары өсөн ҙур компанияла карьера башларға мөмкинлек бирә, ә эш биреүселәр - төрлө йүнәлештәге перспективалы белгестәрҙе һайлап ала. Осрашыуҙа ватан электр машиналары эшләүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшереүҙән тыш, мәғлүмәт һәм тәжрибә менән алмашыу өсөн дискуссия майҙансығы булдырылды.



