Өфөлә Фатима Мостафинаның 110 йыллығына арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте

Башҡорт теле көнөндә билдәле дәүләт эшмәкәре Фатима Мостафинаның 110 йыллығына арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сара ғалим-педагогтың исемен йөрөткән 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында ойоштородо.

Конференцияға Башҡортостандың төрлө райондары, Ырымбур, Силәбе өлкәләре һәм Удмурт республикаһында белем алған уҡыусылар 600-ҙән ашыу ижади һәм фәнни эш ебәргән. Сараға килеп ҡатнашыу этабына 100 эш үткән, уларҙың авторҙары жюри ағзалары алдында проекттарын яҡланы. Уҡыусыларҙан тыш, Фатима Мостафинаның 110 йыллығына арналған төбәк-ара конференцияла педагогтар ҙа көс һынашты. Улар башҡорт телен өйрәнеү буйынса яңы методикалар тәҡдим итте. Бынан тыш, сараға килгән ижади эштәр «Осҡон» гәзитендә баҫтырылған. Ул бынан ары 20-се Өфө ҡала гимназияһында ай һайын донъя күрәсәк.

Ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы фонды тарафынан үҙенсәлекле экспонаттар күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда Фатима Мостафина исеме менән бәйле архив документтар, фотоһүрәттәр һәм китаптар урын алған. Шулай уҡ ғалим-педагогтың тыуған көнөнә бәйле һорауҙарға яуап биреүсе хат та бар. Уны Фатима Хәмит ҡыҙы 1964 йылда үҙе яҙған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ