Өфө технология һәм дизайн колледжында «Оло тәнәфес» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте

Ульяновск ҡалаһында үткән бәйге финалында колледжан 9 студент призлы урын яулаған. «Оло тәнәфес» конкурсы ҡағиҙәләре буйынса еңеүсе студенттар төркөмө 1 млн һум сертификат менән бүләкләнде. Был сумманы һәләтле йәштәр үҙ эшен асыуға, стартап ойоштороуға йүнәлтә ала.

Өфө дәүләт технологиялар һәм дизайн колледжында белем алған йәштәр махсус хәрби операцияға ярҙам акцияһында ла ҡатнаша. Гүзәл заттар дәрестәрҙең практик өлөшөндә яугирҙарға йылы толстовкалар һәм салбарҙар тегә. Күңел йылыһы менән тегелгән кейемде ҡыҙҙар гуманитар ылау менән оҙата.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ