Республикала “Белемле.ру” белешмә-мәғлүмәт порталы эшләй башланы. Уны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре булдырған. “Яңы платформа телде өйрәнеүселәргә һәм белемен камиллаштырыусыларға ҙур ярҙамсы”, - ти институт директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
Белемле.ру порталы Башҡортостан Башлығы грантына булдырылған.







