Уны республика стендында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы үткәрә. Сараның маҡсаты - төбәктә тормошҡа ашырырлыҡ уникаль бизнес-идеялар эҙләү. Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтарҙың урында белгестәр менән бизнес-проектын йәки идеяһын асыу тураһында фекер алышырға мөмкинселеге бар. Ә хыялдар инвестицияһын тормошҡа ашырыу өсөн тәҡдимдәрҙе импровизацияланған шыршыға ҡуялар, осраҡлы һайланған проекттарҙың береһе Башҡортостанда тормошҡа ашырыласаҡ.






