Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң почта бүлеге асылды

Урында ремонттан һуң Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү өсөн пароль алырға, ҡан баҫымын, температураны үлсәргә мөмкин. Почтаға килеүселәр тонометр, контактһыҙ термометр һәм пульсоксиметр менән файҙалана ала. Ремонт барышында бинаға яңы тәҙрәләр ҡуйылған, инженер селтәрҙәре алмаштырылған. Почта бүлегендә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бүлексә бер меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, офис аҙнаһына өс көн эшләй.

Ремонттан һуң Ҡыш бабайға хат яҙыу өсөн махсус ҡумта ла эленгән.

Быға тиклем пенсия, гәзит алыу өсөн уңайлыҡтар булһа, хәҙер сәләмәтлек мөйөшө лә булдырылды. Почта бүлегендә төрлө хеҙмәттәр менән файҙаланырға мөмкин. Республикала бүлектәрҙең 80 проценты ауылдарҙа урынлашҡан, шуға күрә халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ