Милли физика һәм математика үҙәге эксперттары йәш ғалимдар менән осрашты

Фәнни десант Өфөгә төштө. Милли физика һәм математика үҙәге эксперттары Башҡортостан студенттары һәм йәш ғалимдар менән осрашты. Сара «Росатом» дәүләт корпорацияһы ярҙамында ойошторолдо.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йортондағы осрашыуҙа Рәсәйҙең алдынғы белгестәре перспективалы фәнни һәм технологик проекттар менән сығыш яһаны. Улар XXI быуатта физика һәм математика үҫешенә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Владимир Воеводиндың «Заманса суперкомпьютер технологиялары» тураһында доклады йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сара барышында ҡатнашыусылар яңы уникаль фәнни ҡоролмалар һәм илдең технологик суверенитетын нығытыуға йүнәлтелгән амбициоз фәнни проекттар менән танышты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ