Быйыл Башҡортостанда балалар ялын ойоштороуға федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Йәйге каникулдар осоронда 502 меңдән ашыу бала төрлө формала ял иткән. Был мәктәп уҡыусыларының 96,7 процентын тәшкил итә. Был турала бөгөн Өфөлә йәйге ял һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороусылар форумында белдерелде. Республика биләмәһендә балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмалары реестрында бөтәһе ике меңгә яҡын ойошма иҫәпләнә. Улар араһында палатка, хеҙмәт һәм ял, көндөҙгө, профилле һәм ҡаланан ситтәге лагерҙар бар.
Быйыл да етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы ял иттереүгә етди иғтибар йүнәлтелгән. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай ял итеү мөмкинлеге бирелгән. Лагерҙарҙа балалар ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытып ҡына ҡалмаған, шулай уҡ яңы һөнәрҙәр ҙә үҙләштергән. Атап үткәндә, яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үргән, май шәмдәр эшләгән, бал ҡорто продукциялары етештергән. Йәш быуындың ҡул эштәре менән «Торатау» конгресс-холлы фойеһында ойошторолған күргәҙмәлә танышырға мөмкин булды.






