Субсидия аҡсаһына белем биреү учреждениеһы корпусы танымаҫлыҡ булып үҙгәртелгән. Ремонттан башҡа, колледж иң алдынғы медицина кәрәк-яраҡтары, күнекмәләр өсөн манекендар менән йыһазландырылған. Бындай лабораториялар республикала ғына түгел, хатта илдә лә юҡ. Заманса белем биреү учреждениеһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.
Сабый тыуғас та, әсә өҫтөнә һалына. Был әсә менән яңы тыуған бала араһында бәйләнеште беренсе секундтарҙан уҡ булдырыу өсөн кәрәк. «Акушерлыҡ эше» йүнәлеше буйынса белем алыусы студенттар быны яҡшы белә. Буласаҡ белгестәр ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырып яһалған шарттарҙа уҡый. Өлкәнерәк курстар клиникаларҙа практика ла үтеп өлгөргән.
Ә был лабораторияларҙа операциянан һуң төҙәлеүсе, ауыр сирҙәр менән яфаланыусы пациенттарҙы ҡарау буйынса дәрестәр үтә. Теорияны үҙләштергәндән һуң, студенттар манекендарҙа ауырыуҙарҙы ашатырға, уларға медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Күнекмә хаталы булған осраҡта, аҡыллы система үҙе был турала иҫкәртә.
Ә был кабинет тиҙ ярҙам күрһәтеү машинаһын хәтерләтә. Ашығыс медицина ярҙамы лабораторияһында студенттар диспетчерҙан саҡырыу ҡабул иткәндән алып, пациентты ҡотҡарыуға тиклем күнекмәләр үтә. Уҡытыусылар белдереүенсә, бер нисә тиҫтә йыл элек улар уҡыған саҡта бындай шарттар тик хыялда ғына булған.
Төрлө травмаларҙы дауалауҙы студенттар манекендарҙа өйрәнә. Уңайлыҡ өсөн йәрәхәттәр ҙә, «пациенттарҙың» йәше лә, ауырлығы ла төрлө.
Заманса шарттар «Профессионалитет» федераль программаһы сиктәрендә булдырылған. Бында белем алған йәш кадрҙар республиканың бер нисә дауаханаһына маҡсатлы йүнәлтмә буйынса оҙатыласаҡ.
Бындай заманса медицина ҡорамалдары менән һәр бер колледж да маҡтана алмай. Хатта илдә лә ошондай юғары кимәлдә йыһазландырылған белем биреү учреждениелары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Лайыҡлы шарттар булдырыу - йәш кадрҙар әҙерләү һәм белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә сираттағы аҙым.
Рәзилә Ғиниәтуллина



