Был турала бөгөн ойошманың Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау сараһында билдәләп үтте. Сара сиктәрендә мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған тәүге лауреаттар тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Туған телде, мәҙәниәтте, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа милләтебеҙ тотҡаһы - Ҡоролтайҙар ныҡлы терәк. Фән һәм мәғрифәт йылына йомғаҡ яһалғанда, иң яҡшы йәмәғәт ойошмалары билдәләнде. Был йүнәлештә Күмертау, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары, Хәйбулла, Йәрмәкәй, Баймаҡ райондарында уңышлы эш алып барыла. Санкт-Петербург, Пермь крайы, Ҡурған, Ростов өлкәләрендә лә башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса ҙур тәжрибә тупланған.
Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамы менән мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһын булдырҙы. Йыл йомғаҡтарын барлағанда, тәүге еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. «Автор», «Мәғрифәтсе», «Остаз» һәм «Ойоштороусы» номинацияларында ун еңеүсе билдәләнде. Улар араһында лингвист, филология фәндәре докторы Юлия Норманская ла бар. Ул башҡорт телен үҫтереү, диалекттарын тикшереү һәм популярлаштырыу буйынса ҙур эш алып бара.
Күренекле осетин скульпторы, Өфөлә урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы милләт-ара татыулыҡ, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында булдырылған. Башҡортостандың фәнни һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә эшләгән башҡа милләт вәкилдәренә тапшырыла.
Йәмәғәт наградаһын тапшырыу тантанаһында Сосланбәк Тавасиевтың ейәне - рәссам Ростан Тавасиев та ҡатнашты. Үҙ сығышында ул күренекле скульптор исемен мәңгеләштергән бай мәҙәниәтле республика халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Гөлназ Хәйбуллина






