Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Быйыл 217 заявка ҡабул ителгән. Иң яҡшы күп фатирлы йорт һәм ихата номинацияһында еңгәндәргә 750 мең һум тапшырыла, иң яҡшы подъезд хужалары 375 мең һум премия менән бүләкләнә. Аҡса йорт һәм биләмәне артабан тәртипкә килтереү өсөн тотонолорға тейеш.







