Яңы тылсымсыһы поезын баш ҡала тимер юл станцияһында 19 декабрҙә көтәләр. Майҙансыҡта балалар өсөн күңелле тамаша ойошторола. Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу халыҡты Яңы йыл менән ҡотлап сығыш яһай. Вокзалға килгәндәр тылсымлы әкиәти поез буйлап кискә тиклем экскурсияла йөрөй ала. Ҡыш Бабай 5 декабрҙә Бөйөк Устюгтан юлға сыҡты.







