Башҡортостан мәҙәниәт учреждениелары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына яңы йыл кәйефе бүләк итә. Байрам программаһы бөтә район һәм ҡалаларҙа әҙерләнгән. Өфөлә яңыртылған ҡурсаҡ театры ишектәрен 23 декабрҙә аса. - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларына ярашлы, балалар һәм ғаилә ағзалары яңы йыл байрамында ғына түгел, йыл әйләнәһенә тамашаларҙы бушлай ҡарай ала, тип белдерҙе Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Байрам саралары 18 декабрҙә башлана һәм 14 ғинуарға тиклем дауам итә. Тулы мәғлүмәттәр менән ойошмаларҙың сайттарында танышырға була.







