Бөгөн төндә Иглин районы Таутөмән ауылында 6 фатирлы йорт янып киткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут сығыуын фатирҙың береһендә балалар күреп ҡалған, улар өлкәндәрҙе уятҡан, күршеләргә хәбәр иткәндәр, хәүефһеҙ урынға сыҡҡандар. Янғын һүндерелгән. Әле был йортта йәшәүселәрҙе урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.








