Өфөнөң «KurAI» программистар командаһы милли технология башланғыстары конкурсында еңде

Рәсәйҙә иң яҡшы һөҙөмтә! Өфөнөң «KurAI» программистар командаһы милли технология башланғыстары конкурсында еңеп 100 миллион һумлыҡ приз отто. Яҡташтарыбыҙҙы оло еңеүҙәре менән социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Радий Хәбиров ҡотланы.

Сәлим Байгилдин, Илназ Фәтҡуллин, Тимур Иҙрисов Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Милли технология башланғыстарына ярҙам фонды, «Лиза Алерт» ҡотҡарыу-эҙләү отряды һәм Мәскәү физика-техник институты ойошторған конкурс финалында Өфө егеттәренә 12 команда менән көс һынашырға тура килгән.

«KurAI» командаһы программистары жюриға юғалған кешеләрҙе пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында эҙләү өсөн нейроселтәр тәҡдим иткән. Программа төрлө ерҙә йәшеренгән 18 кешенең ун алтыһын таныған ирекмәндәр эшендә алыштырғыһыҙ ярҙамсы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ