Социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, йәштәрҙең һөнәри һәләттәрен асыу, ирекмәндәрҙе тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған ойошма юбилейында 400-ләп активист ҡатнашты. Малай-ҡыҙҙарҙы өсөнсөгә ҡыҙы тыуыуға бәйле махсус хәрби биләмәнән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова тәбрикләне. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Башҡортостанда Йәштәр Сәйәсәте Лигаһы ойошторолоуға - 10 йыл. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, креатив һәм әүҙем йәштәр ойошманың тәүге юбилейын билдәләп , эш һөҙөмтәләрен барланы. Йәштәр сәйәсәте лигаһы тарафынан үткәрелгән сараларға 60 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән һәм уларҙың һәр береһе йәмғиәткә файҙа килтергән.
Йәштәр сәйәсәте лигаһы сиктәрендә «Үҫеш биләмәһе. Хәрәкәт кластеры» проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға ижади эшмәкәрлек, ирекмәнлек менән шөғөлләнеү өсөн күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Йәштәр социаль башланғыстарға бәйле проекттарҙы яҡлап эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә үҫешә, яңы һөнәрҙәр үҙләштерә.
Әүҙем йәштәр ойошмаһын юбилей менән Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары, өсөнсөгә ҡыҙы тыуыу уңайынан махсус хәрби операцияһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Азат Бадранов тәбрикләне. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған дәүләт эшмәкәре илһөйәр, алдынғы ҡарашлы йәштәр ил өсөн төп көс тип билдәләне.
Йәштәр сәйәсәте лигаһына ун йыл эсендә 25 млн һум күләмендә грант йәлеп ителгән. Был сумманы ойошма ағзалары социаль күҙлектән мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлткән. Уҙған йыл һөҙөмтәләрен барлап активистар киләһе йылға яңы маҡсаттар ҡуйҙы.
Флорида Ким






