Күҙәй ауылын район үҙәге менән тоташтырған объект урындағы халыҡ һорауы буйынса төҙөлгән. Ауылда йәшәүселәрҙең тура бәйләнеш аша Башҡортостан башлығына биргән һорауы властар тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмаған. Асфальт юл «Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса һалынған. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Автомобилдәрҙең сигнал тауышы шатлыҡлы ваҡиға айҡанлы яңғырай. Был көндө күҙәйҙәр күп йылдар көткән. Халыҡ ғүмер буйы Иҫке Балтасҡа урау юлдан йөрөгән. Күптәр бынан күсеп китеп бөтһә, ауылын яртаҡандар тыуған еренән айырылмаған.
Юл кәрәклеге тураһында Күҙәй ауыл кешеләре 2021 йылда Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында белдергән. Ике йыл эсендә мәсьәлә хәл ителгән.
Ҡыштың ғәҙәти көнө урындағылар өсөн байрамға әүерелде. Урамда самауыр шыжланы, юл асыу тантанаһын йырҙар биҙәне. Әйтергә кәрәк, күптән түгел генә Күҙәйгә зәңгәр яғыулыҡ та килеп еткән.
4 саҡырым 400 метр юл - төҙөлөштөң беренсе этабы, уның өсөн республика ҡаҙанаһынан 184 миллион һум аҡса бүленгән.
Юл һалыу менән райондың был өлөшөнә инвестор ингән. Ауыл хужалығы ойошмаһында урындағылар өсөн эш урындары булдырылған.
Подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, яңы юл һаҙлыҡлы урман аша һалынған. Танып йылғаһы ташҡан мәлдә баҫа торған урындарҙа уның ҡатламы биш метрғаса күтәртелгән.
Рәмилә Исмәғилева






