Мәке уй ҙа, балыҡты ҡотҡар. Ауырғазы районында һыу аҫты тереклегенә ярҙам итеү буйынса экологик акция уҙҙы. Йылдағыса ирекмәндәр боҙға сығып, мәкеләр уя һәм балыҡтарҙың тонсоғоуына юл ҡуймай. Мәкеләр ҙә ябай түгел, ә махсус технология буйынса эшләнә. Уның сере менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.
Бер нисә йыл элек кенә юҡҡа сығыр хәлгә еткән быуаның бөгөн яңынан тәрәнәйеүенә халыҡ Миҙхәт Хәсәновҡа бурыслы. Ирекмән күлде таҙарта, балыҡ селбәрәһе ебәрә. Тергеҙелгән Кешәнленән хәҙер балыҡ тотоусылар өҙөлмәй. Хатта күрше райондарҙан килеүселәр ҙә бар.
Йылдағыса, ҡыш етеү менән менән, һыу аҫтындағы тереклеккә хәүеф янай. Беренсенән, кислород етмәй, икенсенән, күл төбөнән бүленеп сыҡҡан көкөртлө водород газы балыҡ һәм башҡа тере йән эйәләрен ағыулай. Мәке уйыу проблеманы хәл итә. Бығаса һыу аҫтындағы тереклеккә балыҡсылар ярҙам итһә, бөгөн эшкә ирекмәндәр ҙә ҡушыла.
Рәмил Аҫылов балыҡсы кәсебенә улын да өйрәткән. Үҫмер балыҡ ҡотҡарыу операцияһында тәүгә ҡатнашмай. Һыу аҫтына кислород үтһен өсөн, мәке уйыу кәрәклеген ул да белә. Ул туңмаһын өсөн ирекмәндәр яйын да таба белә.
Акция аҙағында Кешәнле күленә аҡ табан селбәрәләре ебәрелде. Тимәк, бындағы һыу аҫты тереклегенең киләсәге бар. Ә күл ҡунаҡтарына һыу ятҡылығын бысратмай, сүп-сар ҡалдырмаға һәм тәбиғәт байлығын һаҡларға ғына ҡала.
Рәзилә Ғиниәтуллина






