Өфө күргҙәмәһендә «Хәләл планета». Экспозицияла мосолман кейемдәре, хәләл аҙыҡ-түлек, төрлө бүләктәр тәҡдим ителде.
Сара сиктәрендә Өфө дизайнерҙары теккән кейемдәр күрһәтелде. Тегенселәрҙең төп маҡсаты - баш ҡалала сифатлы, заман талаптарына яуап биргән зауыҡлы кейемдәр барлығын танытыу. Мосолман кейемдәре лә төрлө стилдә тегелә, көндәлектә уңайлы тип белдерә Өфө модельерҙары. Ә ошондай аралашыу сифатлы тауар етештереүселәрҙе һәм һатып алыусыларҙы осраштырырға ярҙам итә.



