Баш ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы менән берлектә концерт үтте. Сара Башҡорт теле көнө сиктәрендә ойошторолдо. Тамашасылар төрлө уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты. Ошонда уҡ милли музыка ҡоралдарында уйнау, биҙәүес әйберҙәре эшләү кеүек төрлө майҙансыҡтар эшләне.



