Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол буйынса ярыш уҙҙы

Республика район-ҡалаларынан йыйылған 18 команда сәмле уйында көс һынашып, көслөләрҙе асыҡланы. Традицион турнир медицина хеҙмәткәрҙәренең берҙәмлеген , сәләмәт йәшәү рәүешен күрһәтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, коллектив һөҙөмтәгә өлгәшеү, сәләмәтлек һағында тороусыларҙың команда рухын да нығытты. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Наил Ғатауллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған турнир Башҡорт дәүләт медицина университетында икенсе йыл рәттән үткәрелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ