Һайлаусылар төркөмө Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашыуға Владимир Путиндың кандидатураһын хупланы. Был турала Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецов белдерҙе. Һайлаусылар йыйыны Мәскәүҙә үтте. Законға ярашлы, кандидатты кәмендә 500 һайлаусы хупларға тейеш. Владимир Путин өсөн меңгә яҡын кеше килде. Протокол Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырыла. Ошонан һуң кандидат өсөн ҡултамғалар йыйыу башлана. Владимир Путин киләһе йылда ил Президентын һайлауҙа ҡатнашасағы тураһында белдерҙе. Тауыш биреү 15, 16 һәм 17 мартта ойошторола.




