Ғафури районы Красноусол ауылында «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры подполковник Андрей Мигуновты һуңғы юлға оҙаттылар. Яугир менән хушлашырға республика етәксеһе Радий Хәбиров та барҙы.
Республика башлығы әйтеүенсә, Андрей Павлович хәрби подразделениены туплауға ҙур өлөш индергән, әҙерлек барышында йәш яугирҙар менән тәжрибә уртаҡлашҡан. Подполковник үҙе Афғанстанда хеҙмәт иткән, хаҡлы ялға сыҡҡас та йәш быуынды тәрбиәләү менән шөғөлләнгән. Хәрби комиссар булып эшләгән.
Быйыл майҙа үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Яуҙаштары әйтеүенсә, Андрей Мигунов танк экипаждарын йәшерен хәрби позицияларға шәхсән йөрөткән. Ноябрҙә яуланған сиктәрҙе обороналағанда уның танкына дрондар һөжүм итә. Башҡортостан башлығы һәләк булған яугирҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Полк командованиеһы Андрей Мигуновты үлеменән һуң Рәсәй Геройы исеменә тәҡдим иткән.






