Бөрөлә махсус операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Геройы Борис Дудкоға арналған күргәҙмә асылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын йондоҙ»ҙо гвардия майорына ил Президенты былтыр тапшырғайны. Борис Дудко етәкселегендәге танк ротаһы дошмандың нығытылған районына һөжүм итә һәм ике тиҫтәгә яҡын танкты юҡ итә.

Борис Дудкоға арналған күргәҙмә уның тыуған ҡалаһы Бөрөләге 8-се мәктәптә ҡуйылды. Экспозицияла Рәсәй Геройының формаһы, шлемафоны, шәхси фотолары урын алған. Белем усағында уның исемен йөрөткән класс асылған. Киләсәктә мәктәпкә уның исемен биреү ҙә ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ