Йылыһыҙ ҡалған Иглин районында йәшәүсе ғаиләне изгелекле яҡташтары ҡотҡарған

Сатлама һыуыҡта Иглин районы Яңы Ҡыбау ауылында йәшәүсе күп балалы ғаиләнең ҡаҙанлығы сафтан сыға. Һөҙөмтәлә сабыйҙарын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсә йортон электр ҡоролмалары менән йылытырға мәжбүр була. Әммә изгелекле кешеләр ауыр хәлдә ҡалыусы ғаиләне ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

Сатлама һыуыҡ күп балалы ғаиләгә мәшәҡәт өҫтәй, йорттағы торбалар туңа, ҡаҙанлыҡ сафтан сыға. Ярҙамға килгән сантехник ғаиләнең ауыр хәле тураһында таныштарына һөйләй. Бер нисә көндән ғаиләнең проблемаһы хәл ителә.

Кеше ҡайғыһына битараф булмаған Регина Ғәләүетдинова үҙе 4 бала әсәһе. Тормош иптәше үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә. Оло улдары әрме сафында, бәләкәйҙәре мәктәпәт уҡый, балалар баҡсаһына йөрөй.

Беҙ барыбыҙ ҙа мөғжизәгә ышанырға, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Яңы йыл алдынан бигерәк тә. Тормош иптәшемә Лилиә тураһында һөйләгәс, әйҙә ярҙам итәйек тине. Беҙҙең ғаилә өсөн 10 мең бәләкәй сумма түгел, әммә ҡулдан килә икән, мохтаж кешенең тормошон еңеләйтә алабыҙ икән, беҙ шат ҡына.

Регина Ғәләүетдинова, күп балалы әсә

Яңы йылды ғаилә йылы йортта ҡаршылаясаҡ. Тылсымлы миҙгелдә һәр кем Ҡыш бабай кеүек йомарт булып, тирә-яҡтағыларға иғтибарлыраҡ булғанда, мөғжизәләр ҙә күберәк булыр ине.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ