Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан

Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 179 меңдән ашыу кеше һөнәри табыш өсөн һалым түләй. Быйыл 11 айҙа үҙмәшғүлдәр республика ҡаҙнаһына 422 миллион һум күсергән. Был сумма былтырғы осорға ҡарағанда 1,7 тапҡырға күберәк. Үҙмәшғүлдәр төҙөлөш, пассажирҙар һәм йөк ташыу, маркетинг-реклама, үҙе етештергән менән сауҙа итеү өлкәләрендә эшләй.

Фото №1 - Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ