Йәш туристар өсөн республика буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар ойошторолған, балалар тәбиғәт ҡомартҡыларына, сәнәғәт объекттарына, иҫтәлекле урындарға барған, оҫталыҡ дәрестәрендә, спорт сараларында ҡатнашҡан. “Бындай сәйәхәт уҡыусыларға тыуған яҡ тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшыраҡ белергә ярҙам итеп кенә ҡалмай, патриотик тәрбиә биреү сараһы ла булып тора”, - ти Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Ул кәңәшмәлә башҡорт телендә сығыш яһаны.
“Мәктәп туризмы” программаһы “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Ике көнлөк турҙа 5-се-9-сы класс уҡыусылары ҡатнаша.




