Башҡортостанда пневмонияның зарарлы төрө - микоплазма табылмаған

Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә тотош кластар карантинға китә. Инфекция тәү сиратта балаларҙы, шулай уҡ иммунитеты ҡаҡшаған өлкәндәрҙе зарарлай. Сирҙең тәүге сығанаҡтары Ҡытайҙа теркәлгән. Ул һауа-тамсы юлы менән йоға һәм башта уны ябай һалҡын тейеү менән бутарға мөмкин, ти белгестәр. Микоплазма пневмонияһы коллективтарҙа характерлы билдәләр табылған осраҡта ғына ҡуйыла. Ауырыу яңы түгел, әммә табиптар әйтеүенсә, инфекция 5-8 йыл һайын әүҙемләшә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ