Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамланыу алдында

Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан заманса объектта тәүге мәғариф сараһы ойошторолдо. «Точка кипения» проекты сиктәрендә кампуста эшҡыуарҙар, студенттар, активистар, ирекмәндәр өсөн майҙансыҡ асылды. Һәләтле йәштәргә бында лекция, конференция эшлекле һөйләшеүҙәр бүлеге тәҡдим ителә. Кампус майҙаны тәүлек әйләнәһенә, бушлай эшләйәсәк.

Ойоштороусыларҙың маҡсаты буйынса, корпуста ҡыҙыҡлы, файҙалы майҙансыҡ буласаҡ. Йәш ғалимдарға, эшҡыуарҙарға, креатив студенттарға һәләттәрен асыу, үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар ҡаралған. Алдынғы ҡарашлы шәхестәр берләшеп эшләгәндә һөҙөмтәләр ҙә яҡшы буласаҡ тигән ышаныс тыуа.

Антон Артамкин, «Точка кипения» селтәренең үҫеш бүлеге етәксеһе урынбаҫары

«Точка кипения» селтәре Өфө дәүләт нефть-техник университеты тәҡдиме буйынса асылды. Уҡыу йорто һәм Мәскәү мәғариф компанияһы араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Уға ярашлы студенттар һәм йәш ғалимдар төрлө ведомство белгестәре, эшҡыуарҙар менән берлектә стартаптар ойоштора ала.

Үҫеш селтәренең яңы майҙансығы менән тағы ла күберәк студенттарҙың иң ҡыйыу ниәттәренә юл асылды. Ижад, фән, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа йүнәлештәрҙәге проекттар һаны һәм сифаты артасаҡ.

Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ