Өфө районында махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе һалдаттарға арналған хәйриә концерты үтте

Үҙебеҙҙең яугирҙар өсөн. Өфө районы Дмитриевка ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе һалдаттарға арналған хәйриә концерты үтте. Тамашасылар иғтибарына һәүәҫкәр артистар башҡарыуында спектакль, бейеүҙәр һәм хәрби-патриотик йырҙар тәҡдим ителде. Мәҙәни сараны ойоштороусы «Аҫылйәр» фольклор-йыр театры концерттан килгән аҡсаны яугирҙарға ебәрәсәк. Ауылдаштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына даими рәүештә ярҙам итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ