Башҡортостанда эшһеҙлек кәмегән, хеҙмәт хаҡы артҡан. Киләһе йылда мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн ошо турала белдерҙе. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Республикала ишле ғаиләләр һаны күбәйә. Бөгөн улар 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, илдә етенсе урында тора. “Республикала тыуым һәм ғүмер оҙонлоғо арта. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға ҙур сығымдар бүленә”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы киләһе йылды Сәләмәтлектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы булараҡ уҙғарырға тәҡдим итте.




