“Радий Хәбировтың мөрәжәғәтендә республиканың киләһе йылға үҫеш планы билдәләнде, аныҡ маҡсаттар ҡуйылды”, - тип белдерҙе парламент депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Башҡортостан Башлығының парламентҡа мөрәжәғәте 1 сәғәт самаһы дауам итте. “Беҙҙең быуын өлөшөнә бөйөк бурыс – Рәсәйҙе яҡлау йөкмәтелеүе менән ғорурланырға тейешбеҙ” тип тамамланы телмәрен Радий Хәбиров. Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында йыллыҡ мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләр ҡарала. Тура эфирҙағы әңгәмә 18 сәғәт 15 минутта башлана.







