Радий Хәбиров: "Мәғарифкә аҡса бүленә"

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе яңыртыуға 7 миллиард 600 миллион һум йүнәлтелгән. Рәсәй Хөкүмәте республика мәғарифына етди ярҙам финанс ярҙам күрһәтә. Колледждарҙың матди-техника нигеҙен яҡшыртыу өсөн “Профессионалитет” проектына ярашлы 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бирелде. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров парламентҡа  мөрәжәғәтендә мәғариф темаһына айырым туҡталды.

Радий Хәбиров: "Мәғарифкә аҡса бүленә"

Республикала ауылда эшләгән уҡытыусылар өсөн гранттар арттырылды. “Йыл педагогы” конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары өсөн премия булдырылды. Колледж һәм балалар баҡсалары педагогтарына ла аҡсалата дәртләндереү ҡаралған. “Уҡытыусылар дәүләт ярҙамын даими тоя. Белем усаҡтары яңыра, заманса технологиялар индерелә. Ошондай саралар белем биреү системаһын яңы кимәлгә күтәрергә булышлыҡ итә”, - тигән фекерҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты директоры, Башҡортостан парламенты депутаты Илнур Сәлихов.

Радий Хәбиров: "Мәғарифкә аҡса бүленә"

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендәге инновацион асыштар етештереүҙә файҙаланыла. Республикала илдә тәүгеләрҙән булып вуз-ара кампус проекты ғәмәлгә ашырыла. Тиҙҙән уның тәүге объекты – IQ-парк асыла. Унда ғилми лабораториялар урынлаша, фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыла.

Фото №1 - Радий Хәбиров: "Мәғарифкә аҡса бүленә"
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ