2024 йыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде

2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Тәҡдимгә ярашлы инвалид кешеләр йәшәгән ғаиләләргә, балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һаулығына зыян килгән яугирҙарға күп яҡлы ярҙам сараларын ойоштороу күҙ уңында тотола.

Радий Хәбиров сығышында алдағы йылдарға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләп, йыл йомғаҡтарын барланы. 2024 йылда Ватан һағында тороусы яугирға ярҙам итеү һорауҙарына өҫтөнлөк биреләсәк. СВО менән ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу менән бәйле республика бюджетынан 4 млрд 600 млн һум саҡса бүленәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ