Сирек быуат эсендә Башҡортостанда күсемһеҙ милеккә бәйле 17 миллион ярым килешеү төҙөлгән

Росреестр идаралығы бер юлы ике юбилей датаһын билдәләне, күсемһеҙ милеккә дәүләт теркәүе өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыуға - 25 йыл тулһа, федераль орган булараҡ ун бишенсе йыл эшләй.

Идаралыҡ ҡарамағында 19 структура һәм 28 территориаль бүлексә, барлығы 800-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәүҙән тыш, уларға геодезия һәм картография, ер күҙәтеүе, кадастр баһаһы һәм ер ҡоролошо буйынса вәкәләттәр ҙә һалынған. Юбилей сараларына бәйле Росреестр белгестәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.

Бөгөн күсемһеҙ милекте теркәү, иҫәпкә алыу буйынса эштең алтмыш проценты электрон ысул буйынса алып барыла. Ипотека йүнәлеше күрһәткесе 90 процент тәшкил итә. Йылына миллион өс йөҙгә тиклем теркәү процедураһы башҡарабыҙ, Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан өсөнсө урында. Һанлаштырыу, һөҙөмтәле эшләү буйынса топ-биш беҙ.

Петр Клец, Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ