Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы сағыу байрамға профсоюз ойошмаһы ағзалары балаларынан тыш, социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр һәм махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугир ғаиәләренән балалар ҙа саҡырылды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Яңы йыл байрамынан һәр бала мөғжизә көтә, хыял ҡора. Балалар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергәләшеп әйлән-бәйлән уйнаны, һөнәрҙәрен күрһәтте. Һуңынан шыршы байрамы алдынан ойошторолған конкурсанттарҙы бүләкләү тантанаһына йыйылды. Малай-ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән сувенирҙар эшләгән, махсус хәрби операциялағы һалдаттарға йөрәк йылыһын өҫтәп йөкмәткеле хат яҙған. Был конкурста Өфөнән Ролан Ғәлин еңеү яуланы.
Рөстәм Манаков шыршы байрамына ейәне Игорь менән килгән. Йомарт олатай малай-ҡыҙҙар эшләгән ҡул эштәрен һатып алып,хәйриә акцияһына үҙ өлөшөн индерҙе.
Йәш тамашасылар изгелек һәм мәрхәмәтлек хаҡында яңы йыл әкиәтен дә ҡараны. Балаларҙың иң яҡшы теләктәре яҙылған хаттар Рәсәй почтаһы аша Ҡыш бабайға ебәрелде. Профсоюздар шыршыһының төп маҡсаты-малай-ҡыҙҙарға шатлыҡ өләшеү.
Балаларҙың фантазияһы менән эшләнелгән яҡшы теләктәр яҙылған открыткалар махсус хәрби операция биләмәһендәге 700 ашыу һалдатҡа тапшырыласаҡ. Ә хәйриә акцияһынан йыйылған аҡсалар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм етемдәргә тәғәйенләнә. Шыршы байрамынан һәр бала мул күстәнәстәр менән, яҡшы кәйеф алып таралды.
Гүзәл Борханова






