Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ГТО тапшырҙы

Сара «Изгелек» физкультура һәм спортты үҫтереү клубы «Сикһеҙ самбо» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Проект быйыл Президент гранттары фонды үткәргән конкурста еңеү яулап, аҡсалата ярҙам алған. Йыл дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар бушлай күнекмә үткән. Проект һөҙөмтәһе булып - ГТО нормаларын тапшырыу тора. Ул Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының муниципаль тест үҙәге белгестәре тарафынан уҙғарылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ