2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Тәҡдимгә ярашлы, инвалид кешеләр йәшәгән ғаиләләргә, балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һаулығына зыян килгән яугирҙарға күп яҡлы ярҙам сараларын ойоштороу күҙ уңында тотола. Радий Хәбиров сығышында алдағы йылдарға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләп, йыл йомғаҡтарын барланы. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе алдағы йылдарға республиканың үҫеш стратегияһы булып тора. Йөкмәткеле һәм күп яҡлы мөрәжәғәтнамәлә төбәк етәксеһе үҙенең идарасы командаһы алдында өс төп бурысты ҡуйҙы. Махсус хәрби операция маҡсаттарына ирешеү буйынса әүҙем эшләү, зыян күргән яугирҙарға һәм ғаиләләренә ярҙам итеү, республика иҡтисадын нығытыу.
Белгестәр әйтеүенсә, Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе махсус хәрби операцияны Еңеү менән тамамлап, яңы шарттарҙа республика тормошон дауам итеү нигеҙендә төҙөлгән. Санкциялар баҫымы, геосәйәсәт хәле менән бәйле ҡатмарлы һынауҙар осоронан һуң сәнәғәт тармағын үҫтереү, яугирҙарҙы социалләштереүгә иғтибар артасаҡ. 2024 йылды Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан итеү был эштең бер өлөшө.
Өфө өсөн киләһе йыл сараларға бай буласаҡ. Баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан ҙур спорт объекттары асыу, поликлиникаларҙы төҙөкләндереү, «Көнсығыш сығыу юлы»н тапшырыу, «Салют» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыу көтөлә. «Рәсәй-спорт державаһы» Халыҡ-ара форумы ла тап Башҡортостанда үтәсәк.
Төбәк етәксеһе тәҡдиме буйынса, шәхси торлаҡ төҙөү менән яңы проектҡа юл асыла. «Башҡорт йорто» программаһы буйынса республика көсө менән инженер инфраструктураһы булдырыласаҡ һәм урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланып, бер типтағы йорттар сафҡа индереләсәк. Хөкүмәткә 1 апрелгә тиклем программаның концепцияһын һәм уны финанслауҙы әҙерләү бурысы ҡуйылды.
Өлөшләтә торлаҡ һатып алып алданған граждандар проблемаһын бөтөрөү, авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, аграрийҙар өсөн һалымдың нуль ставкаһын өс йылға оҙайтыу, колледждарҙа ихтыяж юғары һөнәрҙәргә бюджет урындарын арттырыу кеүек мөһим һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.
Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатыу эше артабан дауам итәсәк. Быйыл ғына яугирҙарға республиканан 105 гуманитар ылау еткерелде.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе берҙәмлек һәм илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылды. Ҡуйылған маҡсаттар киләһе йылға ғына түгел, алдағы ун йылға республика үҫеше курсын билдәләй.
Флорида Ким



